logo
Центральная модельная детская библиотека
Муниципального автономного учреждения
«Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система»
Мечетлинский район
Республики Башкортостан
Мәсетле Биләме–ара китапханалар системаҺы
Муниципаль автономиялы учреждениеhы
үҙәк моделъ балалар китапханаhы

В мире журналов

“Аманат” журналының Һөтай һанына күҙәтеү.

Сәләм, дуҫтар! “Аманат”тың июнь һанын “мейестә бешереп алдыҡ”. Тиҙҙән журналды ҡулығыҙға аласаҡһығыҙ!

Был һанда беҙ һеҙҙе өр-яңы мәҡәләләр менән шатландырасаҡбыҙ!

Уҡыусыларыбыҙҙан килгән йөкмәткеле шиғырҙар һәм Айгизә Иҙелбаеваның “Әнисә нисек тауышын кире ҡайтарған?” әкиәте “Аманат”ыбыҙҙың эстәлеген байытты.

Журналыбыҙҙың тышын “Аманат”тың йәш хәбәрсеһе, арабыҙан йәшләй генә киткән бик талантлы йәш ижадсы Йәмил Сәйҙәлиевтың “Баймағымда алһыу таң атты” исемле  китабы биҙәй.

Әлбиттә, журналыбыҙҙа даими барған “Ай, һылыу!” конкурсы ла күҙ уңынан ситтә ҡалманы. Һөтай һылыуы был юлы кем булды икән?

Ҡыҙҙар, был һаныбыҙҙа “Мәңгелек сер” рубрикаһында “Һалҡын һыу ҡайнар һөйөүгә әйләнде!” хикәйәһендә Рөстәм ни өсөн Фәриҙәнең өйөнә килеүе, уларҙың нимә тураһында һөйләшеүҙәре  тураһында уҡып белерһегеҙ.

“Мажаралы бала саҡ” конкурсына “Аманат”тың дуҫы Раузат Минһажев үҙе менән булып үткән ваҡиғаларҙы яҙып ебәргән. Һеҙгә лә был хикәйә оҡшар, тигән фекерҙәбеҙ. Дуҫтар, әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә үҙегеҙ менән булған ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы беҙгә ебәрегеҙ. Еңеүсене һәйбәт бүләк көтә!

Йә, артығын “һайрамаҫ” элек, күҙәтеүҙе ошо урында туҡтатып торайыҡ.

“Аманат”тан айырылмағыҙ!

Волшебный №11 (июнь/2022)

В выпуске журнала Волшебный №11 июнь 2022: Сарафанное радио: Передаём тренды. По секрету: Летний мейк – ни тени сомнения. Арт-идеи: Карандашница из бумажного стаканчика