logo
Центральная модельная детская библиотека
Муниципального автономного учреждения
«Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система»
Мечетлинский район
Республики Башкортостан
Мәсетле Биләме–ара китапханалар системаҺы
Муниципаль автономиялы учреждениеhы
үҙәк моделъ балалар китапханаhы

Аманат № 3 – 2023

Март  һаны “Аманаттың” сыҡты күптән, “Яҙылыусы” уны алып уҡып бөткән, Ә шулай ҙа бераҙ байҡау яһап ебәрәйек, Уҡымай ҡалған әҙәмдәргә уй бирәйек, Ҡарап сыҡһын беҙҙең журнал тышын…

8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ көнөнә бағышланған. Тышлығыбыҙҙа “Оҙонсәс” конкурсы еңеүсеһе Сәлимә Билалова. Ә журнал эсендә был ҡыҙ менән әңгәмәбеҙ ҙә бар. Башҡа темаларға килгәндә, Тимур Рәхмәтуллиндың серле һандар донъяһындағы мөғжизәле алтымөйөшө тураһында уҡыһағыҙ бал ҡорттарын  ябай бөжәк тип башҡа әйтмәҫһегеҙ.

Рәлис Ураҙғоловтың “Ветеринар” Йәмил менән “ботаник” Гөлназдың мажаралары повестының дауамы күңелегеҙгә хуш килер.

Быға өҫтәп, Спорт, Мәңгелек сер, Һабаҡ, Башҡортостан ҡоштары, Мөғжизәле донъя рубрикалары ла уҡыусыларҙы үҙенсәлекле һәм файҙалы мәғлүмәттәр, яңылыҡтар менән ҡыуандырыр тигән өмөттәбеҙ.