logo
Центральная модельная детская библиотека
Муниципального автономного учреждения
«Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система»
Мечетлинский район
Республики Башкортостан
Мәсетле Биләме–ара китапханалар системаҺы
Муниципаль автономиялы учреждениеhы
үҙәк моделъ балалар китапханаhы

Аманат № 4 / 2023

Журналыбыҙҙың яңы һаны күптән әҙер инде! Нимәләр бар икән “Аманат”та, тиһегеҙме?

Журналыбыҙ тышын  Белорет ҡалаһының 1-се мәктәбенең алдынғы уҡыусыһы, оҫта бейеүсе конкурстар еңеүсеһе Илмир Ниғайғолов биҙәне.

Ә сығарылыш уҡыусыларына нисек БДИ тапшырырға әҙерләнергә? Сәлимә апайығыҙҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ әле. “Һынау көтә” тигән мәҡәлә ун беренселәр өсөн бик файҙалы булмаҡсы.

“Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт бәйгеһенә Бөрйән, Борай, Туймазы райондарынан уҡыусыларҙың эштәре күпләп килде. Улар журнал биттәрендә донъя күрҙе.

“Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында был юлы Тележурналист, Телерадиосәнғәт, Мәктәп-студияһы директоры, уҡытыусы, Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин, Мәжит Ғафури исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Евразия телевидение һәм радио академияһының мөхбир ағзаһы Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманованың бала саҡ хәтирәләре баҫылды. Бәләкәй саҡта ниндәй ауырлыҡтарға осраған ул, ниндәй шуҡлыҡтары өсөн уға эләккән – былар тураһында беҙҙең журналда уҡырһығыҙ.