Аманат № 7 / 2023
“Аманат”тың Йәйге һанында ниҙәр бар икән? Журналдар почта йәшниктәренә барып етмәгән әле, ә тиҙерәк шуны белге килә бит! Сер итеп һаҡларға уйлағайныҡ, булмай икән шул – һөйөнсөлө хәбәрҙәр күңелде ҡытыҡлап тик тора. Әйҙәгеҙ, булмаһа был һанда ниндәй ҡыҙыҡлы мәҡәләләр көтә икәнен ҡарап үтәйек. “Яҙыл да бүләк от!” уйынындағы “Аманат”ың сәпитен кем отто икән? Ошо һорау күптәрҙең башынан сыҡмайҙыр инде, шулаймы? Ә беҙ беләбеҙ, үәт! 18 тиҙлекле “тимер ат”ты менеү бәхете әлеге лә баяғы – журналды күүүүүп итеп алдырған ауылда йәшәүсе уҡыусыға тәтене. Уның турала мәғлүмәтте журналдың беренсе битендә үк уҡырһығыҙ. Әй, онотоп торабыҙ, беҙҙең еңеүселәр араһында скейтборд, һауыт-һаба йыйылмаһы һәм туп отоусылар ҙа бар бит әле! Улар тураһында ла ошо һанда белерһегеҙ. Шулай уҡ был һанда “Ай, һылыу!”, “Күҙ менән ҡаш араһы” конкурстары еңеүселәре тураһында ла мәғлүмәт тупланған. Әйткәндәй, ҡайһы бер мәҡәләләр күптән сайтта донъя күрҙе бит әле! Гөлнара Мостафинаның “Параллель донъяға сәйәхәт” повесы, “Һабаҡ” рубрикаһындағы “Шәһәҙәт” хикәйәһе һеҙгә оҡшар, фәһемле булыр, тип ышанабыҙ. “Аманат”тың постерын был юлы Гәлсәр Байғусҡарова биҙәне. Мәскәүҙә Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһын тамамлап йөрөүсе тырыш, гәлсәр тауышлы ҡыҙ тураһында Сәлимә Ҡаранаеваның мәҡәләһендә уҡырһығыҙ. Шулай уҡ, дуҫтар йәмле йәйҙә, оҙон каникул осоронда үҙаллы ҡалған балаларға Зөбәржәт Яҡупованың “Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белегеҙ!” исемле мәҡәләһе ныҡ фәһемле буласаҡ! Ошо урында беҙ журналдың Йәйге һанына күҙәтеүҙе туҡтатып торайыҡ. Юғиһә, һәр мәҡәләне барлап яҙғанда уның ҡыҙығы бөтә бит.