logo
Центральная модельная детская библиотека
Муниципального автономного учреждения
«Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система»
Мечетлинский район
Республики Башкортостан
Мәсетле Биләме–ара китапханалар системаҺы
Муниципаль автономиялы учреждениеhы
үҙәк моделъ балалар китапханаhы

Аманат.-2023.-№12

smart

ҺӨЙӨНСӨ!

“Аманат”тың декабрь һаны донъя күрҙе!

Дуҫтар! “Аманат”тың сираттағы һаны сыҡты. Ул һеҙҙе мөғжизәле, тылсымлы байрам иленә илтер.

Аҡъюлай һаны йыллыҡ эшебеҙгә йомғаҡ яһағандай, 2023 йыл “Йәш хәбәрселәр”ен, лауреаттарыбыҙҙы, төрлө конкурстар еңеүселәрен иғлан итә. Йыл буйына “Аманат” журналы менән тығыҙ бәйләнештә булған әүҙем авторҙарыбыҙҙы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайҙар! Киләсәктә “Аманат”тың ижадсы дуҫтары тағы ла күбәйер, тигән өмөттә ҡалалар.

14 декабрь халҡыбыҙҙың билдәле мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Башҡорт теле көнөн байрам иттек. Ошо матур байрамға арналған мәҡәләләр журналдың һәр битен биҙәй. “Пионер”ҙың (“Аманат”) боронғо һандары менән әлегеләрен сағыштырғанда, башҡорт-әҙәби теле үҫә, камиллаша ғына бара.